-5 °С
Болотло
Һөҙөмтәлә бүләктәр барлыҡ балаға ла етмәй. Бүләк алыусыларҙың да кәйефе яҡшынан түгел. Бирелгән яңы йыл ҡумиаһы буш була.
Байрамды "Өфө-парк" ойошмаһы үткәрә. Уның директор урынбаҫары Зайцева хәлде былай тип аңлата: "Бүләк итеп биҙәүес эшләй торған набор таратылғайны. Ҡумталарҙың эсе буш булыуы етештереү ойошмаһының хатаһылыр, сөнки беҙ балаларға аңлы рәүештә эсе буш бүләктәр тапшырмаҫ инек. Шулай уҡ, байрамдың төп маҡсаты бүләк биреү түгел, ә күңел асыу ине, " - ти ул.
Фото: Т. Аманов