Урал Миңлебай улы Ниғмәтуллин 1961 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Урындағы мәктәптән һуң 1979 йылда үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, артабан Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була.
1985 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһының (хәҙер мәҙәниәт техникумы) хор-дирижер бүлеген тамамлай һәм 1986 йылдан Ғафури район мәҙәниәт йортонда эшләй.
Төп хеҙмәтенән айырылмай 1994 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультетын тамамлай.
1995 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы үткәргән ижади конкурста ҡатнаша һәм уның һөҙөмтәһендә радио тапшырыуҙары студияһына музыкаль мөхәррир итеп эшкә ҡабул ителә. Бер ни тиклем ваҡыттан «Ижад» әҙәби-музыкаль берекмәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2010 йылдан «Ашҡаҙар» радиоһы комментаторы һәм мөхәррире[2].
Урал Ниғмәтуллин шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын һәм төрлө осор композиторҙары әҙәрҙәрен оҫтә башҡарыусы булараҡ та республикала танылыу алған.
"Башҡортостан Википедия"һынан.
Юлай Кәримов фотоһы.