Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2021, 14:15

"Тормош иптәшем ҡырҡа үҙгәрҙе..."

Элмира Юлдашева айырылышҡандан һуң иренең бөтөнләй икенсе кешегә әүрелеүен әйтте.

Элекке ире билдәле актрисаны автомобилһеҙ ҙә ҡалдырған.
- Ҡыҙҙар һаҡ булығыҙ, ир кеше айырылғандан һуң бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә. 22 йыл бергә ғүмер иткәндән һуң, уның бындай ҡылығы аптыратты. Мин ныҡ кешемен. Алла бирһә, үҙемә яңы автомобиль аласаҡмын. Минең ҡыҙыҡ ҡына бер хыялым бар, берәй ВАЗ -2105 йәки ВАЗ - 2106 "жигули"һын алып, уны ҡыҙғылт һары төҫкә буяп республика буйлап елдереү. Бына шундай кешемен мин, - тип серҙәрен һөйләне ул Инстаграмдағы дуҫтарына.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: