-4 °С
Болотло
- Иң һалҡыны 33 градус була торғайны. Бындай аномаль һалҡын булыуы тәүгә. Ҡоҙоҡта ла һыу туңған, уны төрлөсә йылытып, саҡ иретеп алдыҡ. Һарайҙа малдар өшөй. Уларҙы йылытыу өсөн ирем "буржуйка" мейесе яһаны һәм ут яҡты. Иртәнге сәғәттәрҙә 40 градус һалҡын булды, ә бит үткән аҙнала ғына 2 градус йылы күрһәтә ине, - ти ошо ауылда йәшәүсе Айгизә.
Билдәле булыуынса, Башҡортостандың иң һалҡын урыны Белорет районының Үткәл ауылы иҫәпләнә. Бында 2017 йылдың февралендә 49 градус һалҡын булған.
Фото: Т. Аманов