Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2021, 22:36

«Афғанды ла күрҙек беҙ...»

Бөгөн Афған һуғышы башланыуға 42 йыл.

«Афғанды ла күрҙек беҙ...»
«Афғанды ла күрҙек беҙ...»

 

Бөгөн тарихҡа ҡан менән яҙылған иҫтәлекле көн. Тап 42 йыл элек совет ғәскәрҙәре Афғанстан демократик республикаһы сиген үтә һәм ХХ быуаттың иң оҙайлы һәм ҡан ҡойошло һуғыштарының береһе башлана. Илебеҙҙең 15031 мең һалдаты Афған тауҙарында ятып ҡала, 53 меңдән ашыуы ҡаты тән яралары ала. Бөгөн утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡан яугир-интернационалистарҙың сафтары һирәгәйгәндән-һирәгәйә.

Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Риф Хәйруллин 1985 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Тәүге көндәрҙә үк йөк машинаһы водителенә уҡығандар призывниктар сафынан айырып алына. Абҙаҡ егете лә шуларҙың араһында була. Риф ағай Афғанға юлланырын уйлап та бирмәй.

«Туғыҙ егет сик буйы ғәскәрҙәренә эләктек. Афған һуғышының ҡыҙған сағы. Атай-әсәйҙәргә хәбәр итмәнем, әммә ағайҙар һиҙемләй ине. Өс ай Төркмәнстанда хәрби уҡыуҙарҙа булдыҡ. Уны тамамлағас, комендант төркөмөнә индерҙеләр. Тағы ла бер аҙҙан Афғанстандың Мардиан ҡалаһына күсерҙеләр. Бында хәрби операцияларҙа ҡатнаша башланыҡ. Мине пулеметсы итеп ҡуйҙылар. Күп йөрөлдө, күрелде. Мин ҡатнашҡан иң ҙур операцияларҙың береһе – дошмандарҙың ҡышлағын ҡамауға алыу. Беҙгә офицерҙар, ошо ауылда иң ҙур банданың етәксеһе йәшенгән, тип аңлатты һәм күрһәтмә бирҙе.

 Өс саҡрымға һуҙылған ҡышлаҡты ҡамап алдыҡ. Мине һәм бер нисә һалдатты ишектәрҙең береһенә һаҡҡа ҡуйҙылар. Оҙаҡ ҡына һөйләшеүҙәр алып барылды, әммә мөжәһиттәрҙең береһе лә бирелергә теләмәне. Һуңыраҡ совет самолеттары килеп һөжүм иткәс, ҡышлаҡтан сыға башланылар. Беҙ уларға атырға тотондоҡ. Дошмандар беҙгә граната яуҙыра, берәүһе минән бер-ике метр самаһы алыҫлыҡта килеп төштө. Бәхеткә күрә, ҡомға ҡаҙалыу арҡаһында ул шартламаны. Мин дә тиҙ генә был урындан һыпырттым. Капитан: «Бөркәнсектә тыуғанһың, башҡорт», – тип көлөмһөрәне. 

1987 йылдың ҡышында Афғанстандан әйләнеп ҡайттым. Магнитогорск ҡалаһында эшләп йөрөй инем, «СССР-ҙың дәүләт сиктәрен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнеләр», - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Риф ағай.

Риф ағай бик күп миҙал, наградалар менән бүләкләнгән. Ул 10 йылдан ашыу Магнитогорскиҙа эшләгәндән һуң, «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге базаһында уңышлы хеҙмәт итә. Яугир-интернационалистарҙың бер генә сараһын ҡалдырмай. Бөгөн Риф Миҙхәт улы – өлгөлө ғаилә башлығы, бәхетле атай һәм олатай. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: