Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2021, 21:21

Юл фажиғәләре - 23 декабрь

Кисә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, 16 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 23 декабрь
Юл фажиғәләре - 23 декабрь

Көндөҙ Бәләбәй районында 54 йәшлек ир идара иткән "Renault Duster" менән 47 йәшлек ир идара иткән "Лада Ларгус" машиналары бәрелешкән. "Лада" водителе, "Renault" пассажирҙары, 60 һәм 31 йәшлек ҡатындар, биш айлыҡ бала, дауаханаға оҙатылған.  

Бөгөн Әбйәлил районында, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автоюлының 268-се саҡрымында, бөтә водителдәрҙе лә тикшерҙеләр. Профилактик саралар республикала ял көндәрендә лә дауам ителәсәк.

Имен юлдарҙа йөрөгөҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: