Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2021, 13:45

Йәмәғәт транспортында "һоро" финанс схемаларға ҡаршы кәңәшмә уҙҙы

23 декабрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты тәҡдиме менән БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында ҡала пассажир ташыу өлкәһендә "һоро" эш схемаларына ҡаршы "түңәрәк" өҫтәл уҙҙы.

Йәмәғәт транспортында "һоро" финанс схемаларға ҡаршы кәңәшмә уҙҙы
Йәмәғәт транспортында "һоро" финанс схемаларға ҡаршы кәңәшмә уҙҙы

Унда йәмәғәт транспортын күҙәтеү һөҙөмтәләре менән РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, РФ ОНФ-ның Йәмәғәт транспорты һорауҙары буйынса координация советы ағзаһы Илья Зотов сығыш яһаны.

Илдең 83 төбәгендә пассажирҙар ташыусыларҙың эшен тикшергәндән һуң 33 процент автобус маршруттарында табыш аҡсаһын йәшереү осрағы теркәлгән. Уларҙы Халыҡ фронты әүҙемдәре 874 "контроль һатып алыу"ында - автобуста йөрөгәндән һуң асыҡлаған. Етешһеҙлектәргә килгәндә улар башлыса банк картаһы менән түләүҙе ҡабул итмәү, билет бирмәү осраҡтары.

ОНФ федераль штабы белдереүенсә, 100 эре агломерация өсөн алынмаған табыш йылына 38,8 млрд һумға барып етә.

БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев үҙ сығышында ОНФ-тың федераль эксперттары мәғлүмәтенә риза булды һәм төбәк кимәлендә үткәрелгән тикшереүҙәр ҙә ошондай проблемаларҙы асып һала тип белдерҙе. Табышты йәшереп ҡалыу беҙҙә лә ныҡ таралған схемаға инә.Бынан сығыу юлы - брутто контракттары. Был юҫыҡта эш дауам итәсәк, ҡуйылған маҡсат 2022 йылдың яртыһында тормошҡа ашасаҡ. 

 БР транспорт һәм юл хужалығы министрлығында пассажирҙар ташыуҙағы "һоро" схемаларға ҡаршы көрәш бер нисә тапҡыр кәңәшмә-һөйләшеүҙәрҙә төп тема булған. Александр Булушев белдереүенсә, быға ҡаршы тороуҙа һалым хеҙмәте, контроль ведомстволары һәм йәмәғәт ойошмаларының берҙәм эше уңыш килтерәсәк.

Сара аҙағында ведомство-ара мөнәсәбәтте яйлау өсөн Йәмәғәт транспорты проблемалары буйынса координация советын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: