Ауырыған баланы ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы уртаса эш хаҡынан 100% күләмендә түләнеүе лә шәп үҙгәрештәрҙең береһе булды.
2021 йылдың көҙөнә тиклем эш стажы аҙ булған йәш әсәләргә бала ауырып киткәндә "больничный" эш хаҡының 60-80% күләмендә генә түләнде (100% күләмендә алыр өсөн һигеҙ йылдан ашыуыраҡ эш стажы талап ителде). Хәҙер ете йәшкә тиклемге бала ауырып киткәндә әсәләргә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы эш хаҡынан 100% күләмендә түләнә. Ғариза яҙыу талап ителмәй, бөтә автоматик рәүештә иҫәпләнә.
Ошо һәм башҡа ыңғай үҙгәрештәр хаҡында сайтта: https://www.bashinform.ru/longreads/longreads/2021-12-24/14-novyh-plyushek-ot-gosudarstva-v-2021-godu-chitat-polnostyu-http-bashinform-tilda-ws-chetirnad-2633888