Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2021, 15:32

Шишмә районында мәктәп автобусын көтөүселәр өсөн туҡталыш ҡорғандар

Быға тиклем Балағуш ауылы балалары мәктәпкә барыу өсөн автобусты ел-ямғыр аҫтында көтөргә мәжбүр булған. Ата-әсәләре был проблема тураһында соцселтәрҙәргә яҙған. #ЦУРБашкортостан мөрәжәғәттәрҙе эләктергән һәм район хакимиәтенә тапшырған. Һөҙөмтәлә...

Шишмә районында мәктәп автобусын көтөүселәр өсөн туҡталыш ҡорғандар
Шишмә районында мәктәп автобусын көтөүселәр өсөн туҡталыш ҡорғандар

 Тиҙ арала һатыуҙар иғлан ителгән һәм подрядсы табылған. Ауыл халҡы менән сход үткәрелгән, туҡталыш павильоны Яңы һәм Йәштәр урамы сатында урынлашасаҡ тип ҡарар ҡылғандар. Яңы "остановка"ны 7 декабрҙә үк ҡуйғандар.

Йыл башынан алып Республика менән идара итеү үҙәге йәмәғәт транспорты туҡталыштары буйынса 375 инцидентты эшкәрткән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: