Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2021, 11:45

Шаҡша биҫтәһендә берәҙәк эттәр ике сабыйҙы талаған

РФ-тың Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Шаҡша биҫтәһендә берәҙәк эттәр ике сабыйҙы талаған
Шаҡша биҫтәһендә берәҙәк эттәр ике сабыйҙы талаған

Ике осраҡ та Шаҡша биҫтәһенең Етештереү урамында теркәлгән.

– 16 декабрҙә Шаҡша биҫтәһенең Етештереү урамында берәҙәк эттәр өйөрө 10 йәшлек малайға һөжүм иткән. Уның ике аяғы тешләнгән. Өс көн үткәс, ошо уҡ урында һырғалаҡҡа юл тотҡан 13 йәшлек ҡыҙ таланған. Баланың аяҡ-ҡулдарында, арҡаһында һәм башында яра эҙҙәре бар, – тип хәбәр ителә хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһында.

Ни өсөн урындағы етәкселәр берәҙәк хайуандарҙы ауламаған? Әлеге ваҡытта Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре ошо һорауға яуап эҙләй, шаһиттарҙан һорау ала, ғәйеплеләрҙе асыҡлай...

Махсус репортаж: "Эттәр һәм кешеләр..." (ye102.ru)

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: