Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2021, 16:54

Радий Хәбиров нимәгә бик һөйөнгән?

Баҡтиһәң, беҙҙең педагогтар туған тел (шул иҫәптән рус теле) Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә иң яҡшыһы исемен алған. Унда илдең 42 төбәгенән уҡытыусылар ҡатнашҡан, Башҡортостандан иһә улар дүртәү булған, тип хәбәр итә БР Башлығы үҙенең соцселтәр сәхифәләрендә.

Радий Хәбиров нимәгә бик һөйөнгән?
Радий Хәбиров нимәгә бик һөйөнгән?

 Беренсе урынды Өфө ҡалаһының ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе мәктәп-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнилә Әсхәт ҡыҙы Фәтхетдинова яулаған.

 Шулай уҡ тәүге урынға Ишембай ҡалаһының 14-се мәктәбендә балаларға башҡорт һәм рус теле, әҙәбиәте серҙәрен төшөндөрөүсе Венера Биктимер ҡыҙы Әйүпова лайыҡ булған.

Икенсе урынға диплом Өфө районы Дорогин ауылының Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңсулпан Рәмил ҡыҙы Сафетдиноваға бирелгән.

Өсөнсө урынды Дәүләкәндәге 5се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Сергеевна Кабанина алған.

"Беҙҙең уҡытыусыларҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайым, артабан да ижади уңыштар теләйем һәм улар уҡытҡан балалар өсөн һөйөнәм!" - тигән БР Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: