Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2021, 21:29

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

17-23 декабрҙә Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында алты юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, ете кеше яраланған.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 986-нан ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 312 протокол төҙөгән:

26 водитель пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

24 водитель маневр ҡағиҙәләрен боҙған;

22 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

Ике водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән һ.б. 

 
Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: