Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2021, 20:50

Ниндәй гирлянда һайларға?

Һатыуҙа ниндәй генә гирляндалар юҡ. Ниндәйҙәренә өҫтөнлөк бирергә?

Ниндәй гирлянда һайларға?
Ниндәй гирлянда һайларға?

 

Яңы йыл интерьерының иң төп биҙәге – ҡупшы итеп биҙәлгән  шыршы һәм унда емелдәшеп балҡыған уттар. Янып- һүнеп торған гирляндалар балҡышы байрамға ниндәйҙер йәнлелек, серлелек тә өҫтәй кеүек. Һатыуҙа хәҙер уларҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ. Әйҙә һатып ал да, өй эсен, ихатаңды биҙә. Электр биҙәүестең төрҙәре күп – сетка, дюралайт, клиплайт, белтлайт, LED һ.б. Тик нимәне, ҡайһы урынды яҡтыртыр өсөн ҡулланылыуын, электр энергияһын нисек сарыф итеүен генә белеү шарт.

Ут сығанағы

 

Мини-лампа һәм микролампалы гирляндалар ҡиммәт тормай. Әммә оҙаҡ та хеҙмәт итмәй. Энергияны күп алалар.

Утлы диод гирляндалар (LED-гирлянда) – хәҙер иң популяр. Лампалыларға ҡарағанда ҡиммәт тора. Ҡулланыу ваҡыты – 20 000 – 100 000 сәғәткә етә. Бик ватылып бармай. Күҙҙе сағылдырмай, йылынмай, ҡыҙмай, тимәк, хәүефһеҙ. Дым тартмай. Электрҙы ун мәртәбәгә аҙыраҡ сарыф итә.

Сымдарының төрҙәре

 

Заманса гирляндаларҙа каучук, селикон һәм ПВХ сымдар ҡулланыла. Уларҙың тәүгеһе юғары дымлылыҡта ла сыҙамлы, теләһә ниндәй һауа шарттарында ла ҡулланыла ала. Силикон провод  -50 градус һыуыҡҡа ла сыҙам. Интерьерҙы биҙәү өсөн ПВХ сымлы гирляндалар ҙа бара.

 

Автономлы гирляндалар.

 

Ябай гирляндаларҙы беҙ электр утына тоташтырып эшләтһәк, автономлылар батарейкалар менән эшләй. Ут сығыу хәүефенән ҡурҡһағыҙ, урамда ултырған шыршығыҙҙы ошо гирлянда менән биҙәп, таңға тиклем ҡабыҙып ҡуя алаһығыҙ. Урамға гирлянда ҡуйырға уйлаһағыҙ, IP күрһәткес (туҙандан, дымлылыҡтан һаҡланыу күрһәткесе) 23-тән дә кәм булмағанын алығыҙ.

Дизайны

Гирляндаларҙың дизайны күп төрлө.

Ябай һәм фунциональ гирляндаларҙы һәр йортта осратырға мөмкин. Улар менән шыршыны, стенаны, мебелде лә биҙәй алаһығыҙ.

Сеткалар. Квадрат һәм ромбтарҙан тора. Сетка менән стеналарҙы, түшәмде, ҡыйыҡты биҙәү яйлы.

Гирлянда – шаршау. Ул горизонталь рәүешле була. Тәҙрәләрҙе биҙәү өсөн матур.

 

Дюралайт. Был гирляндалар эсендә уттары янып тороусы шнурҙы хәтерләтә. Шуға уларҙы нимәнеңдер һүрәтен эшләгәндә, янып торған һүҙҙәр яҙғанда ҡулланыла. Һыуыҡҡа, юғары дымлылыҡҡа ла сыҙамлы булғас, урамға ҡуйыла.

Белтлайт. Был утлы биҙәк парк, күпер, скверҙарҙы, ҙур йорттарҙы биҙәгәндә ҡулланыла.

Клиплайт. Янып торған ағастарҙы күргәнегеҙ бармы? Унда ошо төр гирляндалар ҡулланылған да.

Строблайт.  Энергияны бик аҙ ҡулланалар. Тышты биҙәү өсөн уңайлы. Тоҡандырғанда тиҙ генә асыҡ итеп янып китмәй.

Шыршығыҙға гирлянда һайлағанда ағастың бейеклегенән өс тапҡырға оҙонораҡты алығыҙ.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: