Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2021, 10:45

Етем мөлкәтенә ҡул һуҙыу

Етемдәрҙең өлөшөнә инмәгеҙ. «Хәйлә һәм һылтау менән етем хаҡын ашаған кешеләр әхирәттә ҡарындарына утлы киҫәү тыҡҡан кеүек яза алырҙар, һуңынан улар ялҡынлы утҡа барып инерҙәр», – тиелә «Ән-Ниса» сүрәһендә.

Етем мөлкәтенә ҡул һуҙыу
Етем мөлкәтенә ҡул һуҙыу

 

 Бәйғәмбәребеҙ әйткән ете һәләкәтле гонаһ араһында етем  балаларҙың мөлкәтенә ҡул һуҙыу ҙа бар. « Хәйлә һәм һылтау менән етем хаҡын ашаған кешеләр әхирәттә ҡарындарына утлы киҫәү тыҡҡан кеүек яза алырҙар, һуңынан улар ялҡынлы утҡа барып инерҙәр», – тиелә «Ән-Ниса» сүрәһендә.

 «Бәлиғлыҡҡа ирешкәнгә саҡлы етемдең малына ҡағылма, яҡшы ниәт менән генә ҡағыл (ул малды етемдең кәргенә тотҡанда ғына, үҙеңә алһаң, ҡайтарып биреү шарты менән йәки ул малды арттырып биреү шарты менән). Ғәҙел итеп үлсәгеҙ, ғәҙел бүлегеҙ. Беҙ һәр кемгә йөктө үҙе күтәрә алған тиклем генә генә тейәйбеҙ. Яҡындарығыҙ хаҡында ғәҙеллек менән шаһитлыҡ итегеҙ. Алллаға биргән һүҙегеҙҙә тороғоҙ»  («Әл – Әнғәм» сүрәһе).

Опекундарға етемдәрҙең мөлкәтен үҙҙәренә рөхсәт ителгән тиклем ҡулланырға рөхсәт ителә. Бынан артып киткәне – харам, унан файҙа күрмәйәсәкһегеҙ.

 

Фото: don24.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: