Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2021, 09:12

Башҡортостан – алдынғы

Ошо йылдың 11 айында республикала 2,6 миллион кв. м майҙанды тәшкил иткән 34,8 мең фатир (финанслауҙың төрлө сығанағы иҫәпләнгән) төҙөлгән. Был – Башҡортостандың статистика хеҙмәте мәғлүмәте. Күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда 24 процентҡа үҫкән. Беҙ Волга буйы федераль округында – беренсе урында.

Башҡортостан – алдынғы
Башҡортостан – алдынғы

Торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Рәсәйҙә алтынсы урында торабыҙ. Йыл буйынса дөйөм күрһәткестәр 2022 йыл башында билдәле буласаҡ. Шәхси йорт төҙөлөшө лә бик әүҙем бара.

Торлаҡ төҙөлөшө буйынса берҙәм мәғлүмәт системаһы буйынса, республикала 200-ҙән ашыу ойошмаға төҙөлөштө алып барыу өсөн рөхсәт бирелгән.

Беләһегеҙ, илдә, шул иҫәптән беҙҙә лә, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаттарына ирешеү өсөн эш темптарын кәметмәү яҡшыраҡ.

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан.

 

 

Башҡортостан – алдынғы
Башҡортостан – алдынғы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: