Дима Ҡарасай-Черкес республикаһының Усть-Джегута ҡалаһы янындағы Мәскәү ҡасабаһында тыуған. Йырсының ысын исем-фамилияһы шулай: Виктор Николаевич Белан.
Тәүҙә ул Дима Билан тигән псевдоним йөрөткән, 2008 йылда рәсмиләштергән. Хәҙер ул документ буйынса ла Дима Билан. Әйткәндәй, Дмитрий – уның яратҡан олатаһының исеме.
Билан Ҡабарҙы-Балҡар (2006 й), Чечен (2007), Ингуш (2007) республикаларының, Рәсәй Федерацияһының (2018) – атҡаҙанған, Ҡабарҙы-Балҡарҙың (2008) халыҡ артисы.
Уның наградалары бик күп. Төрлө йылда Дима Биланды “Иң сексуаль артист”, ”Йыл йырсыһы”, ”Йыл ир-егете”, ”Йыл рәсәйлеһе”, ”Иң һатылған рус артисы” иттеләр. Дима – актер ҙа, йәнһүрәттәрҙәге персонаждарҙы тауышландырыусы ла.
Һәр артист сәйәсәт менән бәйле. Тәүҙә Билан ЛДПР партияһы ағзаһы була, бер юлы “Берҙәм Рәсәй”, ”Ғәҙел Рәсәй” партияларының сараларында ла ҡатнаша.
Фото: vk.com