“Хөрмәтле республика халҡы! Шәхсән үҙемдең исемдән һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары исеменән һеҙҙе ихлас йөрәктән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!
Башҡортостан Республикаһының Төп законын ҡабул итеү дәүләтселекте нығытыуҙа ҙур роль уйнаны. Ул республикабыҙҙа йәмғиәттең һәм дәүләт ҡоролошоноң нигеҙ принциптарын нығытты, оҙайлы срокка иҡтисади һәм социаль үҫештең өҫтөнлөктәрен формалаштырҙы. Конституция нормаларына таянып, Башҡортостандың дәүләт власы органдары йәмғиәтте артабан берләштереүгә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән сәйәсәтте эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы халҡының киләсәге Конституцияла нығытылған хоҡуҡтарҙың һәм иректәрҙең тулы кимәлдә ғәмәлгә ашырылыуынан, тыныслыҡты һәм килешеүсәнлекте һаҡлауҙан тора.
Республика халҡына ысын күңелдән һаулыҡ, именлек, бәхет, билдәләнгән пландарҙың уңышлы тормошҡа ашыуын теләйем!” - тиелә ҡотлауҙа.
(БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан).