Йәйге уңыш күләме ағас- ҡыуаҡтарҙың нисек ҡышлауына бәйле. Еләк-емеш ағастарының бигерәк тә тамыр системаһы һалҡынға тиҙ бирешеүсән. Ҡар аҙ булған йылда 15-20 градус һалҡында уға зыян килергә мөмкин. Шуға күрә ағас төбөнә ҡалын итеп ҡар өйөп ҡуйырға кәрәк. Ҡар – яҙғы дым запасы ла. Һыуыҡтан ағастың олонон, иң ҙур ботаҡтарының төбөн һаҡларға кәңәш ителә. Улар зыян күрмәһә, башҡа ботаҡтар өшөгәндә лә, ағас үҫеп китә ала.
Фото:terem-life.ru