Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2021, 16:35

Юл фажиғәләре - 22 декабрь

Кисә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 14 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 22 декабрь
Юл фажиғәләре - 22 декабрь

Кисен Әбйәлил районында, Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай автоюлының 15-се саҡрымында, 38 йәшлек ир "ВАЗ-2114" машинаһында 30 йәшлек ирҙе тапаған. Йәйәүле һәләк булған.

Тәфтиш-оператив төркөмдөң тикшереүенән шул мәғлүм: водитель менән йәйәүле вахта ысулы менән Пермь ҡалаһында бергә эшләгән. Кисә улар иптәштәре менән өйҙәренә ҡайтҡан. Водитель иҫерек 30 йәшлек ирҙе өйө янында ҡалдырғас, башҡаларҙы өйҙәренә алып киткән. 30 йәшлек ир машинала күҙлеген онотоп ҡалдырғанын иҫләгәс, водителдең кире ҡайтҡанын урамда көтөп алырға булған. Водитель кире ҡайтҡанда иптәшен аңғармай тапаған да инде. Ул юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырып китеп барған, шунан автомобилдең ватыҡтарын йыйып алыр өсөн кире әйләнгән. Тап шул мәлдә 33 йәшлек ир ҙә «Лада Приора» машинаһында юлда ятҡан ирҙе тапап, уң яҡта торған "ВАЗ"ға барып бәрелгән. Шунан һуң ашығыс хеҙмәттәр саҡырылған. 

Тәүлек эсендә 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 26 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: