Ҡотҡарыусылар килгәндә ҡыйығы янып йорт ярайһы ғына зыян күргән була. Ихаталағы ҡалған ҡоролмаларға янғын күсеп өлгөрмәй.
Янғын сығыуҙың сәбәбе йылылыҡ биреү мейесенең эштән сығыуы, тип фаразлай белгестәр.
– Янғын сығыу урынынан 200 метрҙа 63 йәшлек йорт хужаһының мәйете табыла. Уның үлем сәбәптәре асыҡлана,– тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан.
Фото: Т. Аманов