Дөйөм алғанда, Рәсәй пандемияны ҡайһы бер бай илдәрҙән еңелерәк кисергән кеүек. Был - иҡтисади яҡтан. Йыл һуңына ВВП үҫеше 4,5 процент булыр тип көтөлә. Төп капиталға инвестиция һалыу ҙа үҫкән (7,6 процентҡа). Үҫеш хеҙмәт хаҡында, сәнәғәттәк, төҙөлөштә лә бар. Әйткәндәй, төҙөлөш буйынса беҙ рекорд ҡуйғанбыҙ: яңы Рәсәйҙә тәүгә төҙөлөп тапшырылған майҙан - 90 миллион кв. м.
Ә бына ғүмер оҙонлоғо, Владимир Путин әйтеүенсә, борсоуға һала. Сөнки пандемияға тиклем 71,5 йәш булһа, хәҙер 71 йәш.
Тормош дауам итә. Ауыр сирҙе еңергә тырышабыҙ. Көрәш бара.
- Дөйөм баһа "ҡәнәғәтләнерлек", һөҙөмтә "ыңғай" тиергә була, - тине ил башлығы.
Фото: vk.com