"2022 йылға федераль бюджеттан финанс ярҙамының дөйөм күләме 77 млрд һумдан ашҡан. Быға айырым маҡсатҡа тәғәйенләнмәгән финанс ярҙамы аҡсалары ла инә. Ул бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелә.
Үткән аҙнала "2022 йылға һәм 2023-2024 йылғы пландағы ваҡытҡа ҡарата Башҡортостан Республикаһының бюджеты тураһында" законы ҡабул ителде. Бюджет сығымдарының дөйөм күләме 267 млрд һумдан арта.
Йылдағыса беҙҙең бюджет социаль йүнәлештә ҡала бирә, уның сығымдарының 75 проценты социаль сфераға йүнәлгән. Айырып әйткәндә, һаулыҡ һаҡлауға (ОМС менән бергә) дөйөм сығымдар 97 млрд һум тәшкил итә. Мәғарифҡа 62 млрд һум аҡса биреләсәк.
Йомғаҡлап шуны белдерәм, федераль бюджет ярҙамы менән республика халҡына социаль ярҙамға 47 млрд һум йүнәлтеләсәк."