"Бер аҙна элек кенә бында тигеҙ ялан ине, әле иһә «ҡурай сәскәһе» формаһындағы дауахана корпустарының сиктәре асыҡ күренә", - тип яҙа Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәрҙә.
Госпиталгә 40 бокстан торған инфекция бүлеге, реанимация һәм интенсив терапия, пациенттарҙы ҡабул итеү бүлектәре һәм экспресс-лаборатория инә. Шулай уҡ дезинфекция бүлеге, кислород станцияһы эшләйәсәк, дауахананың үҙенең дизель электрстанцияһы менән газ ҡаҙанлығы буласаҡ.
Сибай ҡалаһы башлығы әйтеүенсә, объекттың проектын госпиталде пандемиянан һуң да файҙалана алырлыҡ итеп төҙөгәндәр. Һәр тармағы айырым үҙаллы эшләй ала. Был иһә дауахананы һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек бирә.