Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2021, 17:20

Сабыйҙы тешләп бөтөргәндәр

Бер йәшлек баланы тешләнгән тән йәрәхәттәре менән дауаханаға алып киткәндәр.

Сабыйҙы тешләп бөтөргәндәр
Сабыйҙы тешләп бөтөргәндәр

Был хәл Мәскәүҙә була. Билдәле булыуынса, бәләкәс баланы үҙенең ата-әсәһе тешләп бөтөргән.

Әсә кешегә 25 йәш тула. Ошо дата айҡанлы, йәштәр байрам уҙғара. Атай кеше тыуған көндән һуң дуҫтары янына сығып китә. Билдәле булыуынса, ир таңға ғына ҡайта. Ишек бикле булғас, ул йортҡа тәҙрә аша инә. Был ваҡытта спирлы эсемлекте яҡшы ғына төшөрөп алған ҡатыны һәм уның эргәһендә тәне күгәреп, ҡанап бөткән балаһы йоҡлап ятҡан.

Әле сабый табиптар күҙәтеүе аҫтында. Ә бына атай-әсәй  ғәйепте бер-береһенән күрә.

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: