Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2021, 10:39

Рөстәм Нәбиев - Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Яҡташыбыҙ, блогер, ике аяҡһыҙ көйө Эльбрусты, Манаслуҙы яулаусы Рөстәм Нәбиевты Владимир Путин РФ Йәмәғәт палатаһы составына индергән.

Рөстәм Нәбиев - Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Рөстәм Нәбиев - Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Был турала Йәмәғәт палатаһының сайтында ла яҙылған һәм БР Йәмәғәт палатаһы Аппараты башлығы Шамил Вәлиев социаль селтәрҙә хәбәр иткән.

Рөстәм Нәбиев Омскиҙа казарма емерелеүе арҡаһында аяҡтарынан яҙған. Көслө рухлы егет юғалып ҡалманы. Бына тигән ғаилә башлығы ла ул, спортсы ла. Уға һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!

 

Рөстәм Нәбиев - Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Рөстәм Нәбиев - Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: