Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2021, 17:51

"Президенттың саҡырыуын хуплайым"

Рафаэль Яппаров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың конференцияһына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

"Президенттың саҡырыуын хуплайым"
"Президенттың саҡырыуын хуплайым"

Рафаэль Яппаров, СПИД-ҡа һәм инфекция ауырыуҙарын ҡаршы көрәш һәм профилактика буйынса республика үҙәгенең баш табибы:

- Башҡортостан Республикаһында коронавирус инфекцияһынан вакцина етерлек кимәлдә алынған. Бөтә медицина ойошмаларында ла ул бар. 2 млн 800 меңдән ашыу вакцина килтерелгән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе компонеты менән 2 155 731 кеше вакциналанған. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн был етмәй. Прививка эшләтмәгән 200 мең кеше менән өҫтәмә рәүештә эшләргә кәрәклеген аңларға тейешбеҙ. Коллектив иммунитет беҙгә яңы штамдар барлыҡҡа килмәҫлек һөҙөмтәгә өлгәшергә ярҙам итә. Һәм, әлбиттә, Рәсәй Президентының саҡырыуын тулыһынса хуплайым.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: