Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2021, 17:20

Президент Гөлназ Хәйбуллинаның һорауына яуап бирҙе

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы журналисы Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған һорау бирҙе. Әйткәндәй, Гөлназ һүҙен башҡортса сәләмләүҙән башланы.

Президент Гөлназ Хәйбуллинаның һорауына яуап бирҙе
Президент Гөлназ Хәйбуллинаның һорауына яуап бирҙе

Владимир Путин Өфөнө йылы итеп телгә алды. Баш ҡалабыҙҙың Волга буйындағы иң шәп ҡалаларҙың береһе икәнен әйтте. Байрамға килергә тырышасағын белдерҙе.

- Өфө һәр ваҡыт ислам үҙәге булды һәм булып ҡала, - тине Владимир Владимирович.

Юбилейға әҙерлек буйынса ярҙамға килгәндә, ил башлығы әйтеүенсә, ул төбәк етәксеһе менән өҫтөнлөклө проекттар тураһында һөйләшәсәк.

- Өҫтәмә ресурстар ҙа кәрәкмәй, улар инфраструктураны үҫтереүгә, юл һәм социаль тармаҡҡа, мәҙәниәткә йүнәлтелгән, бары тик Өфө юбилейын лайыҡлы, матур итеп үткәрһен өсөн дөрөҫ итеп бүлергә генә кәрәк, - тине ил башлығы.

Бәлки, өҫтәмә аҡса бүленер, быны төбәк етәкселеге менән хәл итәсәктәр.

Гөлназ Хәйбуллина хоккей буйынса донъя чемпионатын беҙҙә үткәреү мөмкинлеге тураһындағы тәҡдимде әйтте.

Президент "Салауат Юлаев" командаһын маҡтап телгә алды.

- Чемпионатты Өфөлә лә бик яҡшы итеп уҙғарырға була, - тине Президент.

Уның фекеренсә, Өфө һәр төрлө халыҡ-ара сараны ла юғары кимәлдә ойошторорға һәләтле.  

 

Президент Гөлназ Хәйбуллинаның һорауына яуап бирҙе
Президент Гөлназ Хәйбуллинаның һорауына яуап бирҙе
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: