Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2021, 16:05

Ҡотлайбыҙ!

 Тамара Танһыҡҡужинаға Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исеме бирелде.    

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

БР Шашка федерацияһының башҡарма комитет рәйесе, Рәсәйҙең Халыҡ-ара шашка федерацияһы президенты, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер, күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы, Халыҡтар Дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужинаға Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исеме бирелде.

Был маҡтаулы исем Рәсәйҙең Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы тарафынан юғары ҡаҙаныштар, халыҡ-ара кимәлдә илебеҙ спортының абруйын күтәреүгә индергән ҙур өлөшө өсөн бирелә.

Билдәле шашкасыны  юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: