Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2021, 09:07

Көрәшсе спортсылар форумға йыйылды

16 - 20 декабрҙә Өфөлә ҙур спорт ваҡиғаһы үтте. Халыҡ-ара кимәлдәге был сара 26 сит илдән, Рәсәйҙең 35 төбәгенән 2500 спортсыны берләштерҙе.

Көрәшсе спортсылар форумға йыйылды
Көрәшсе спортсылар форумға йыйылды
"Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль йүнәлешен ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, Өфөлә 12-се тапҡыр халыҡ-ара көрәш (һуғыш) сәнғәте форумы уҙҙы. Быйыл форум проекты БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды конкурсында ҡатнашты һәм республика Башлығының грантына ойошторолдо.
Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә генә лә 14 майҙансыҡта ярыштар һәм фестиваль программаһы уҙҙы. Һуғыш сәнғәтенең иң таралған 17 төрө буйынса семинарҙар ҙа үтте.
Фото: БР Спорт министрлығы сайтынан.
 
 
 
Көрәшсе спортсылар форумға йыйылды
Көрәшсе спортсылар форумға йыйылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: