-5 °С
Болотло
Фажиғә Стәрлетамаҡ менән Стәрлебаш араһындағы юлда булған. Ныҡ итеп ҡар яуыу сәбәпле, 38 йәшлек Айгөл Я. ВАЗ-2110 автомобиле менән идара итә алмай, ҡаршы һыҙаттағы «Ман» фураһы тәгәрмәстәре аҫтына эләгә. Еңел машина йәмшәйә һәм юл ситенә сығып оса. Күп йәрәхәт алған 38 йәшлек ҡатын үҙенең тыуған көнөндә “Тиҙ ярҙам” килеп еткәнсе йән бирә.
Был фажиғәнән бер нисә сәғәт алдан да ҡатын аварияға осраған була. Социаль селтәрҙә ул ҡоймаға барып бәрелеүе хаҡында хәбәр иткән.
Уның ире һәм өс балаһы ҡалған, иң кесеһенә 4 кенә йәш.
Фото: Т. Аманов