Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2021, 22:42

Иң яҡшы һаҡланыу сараһы - вакциналау

"Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ “,- ти һаулыҡ һаҡлау министры, коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтергә саҡырып.

Иң яҡшы һаҡланыу сараһы - вакциналау
Иң яҡшы һаҡланыу сараһы - вакциналау

Максим Забелин, БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары - Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры:

- Башҡортостан Хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуын кәметеүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашыра. Һәм бының һөҙөмтәһен күрәбеҙ: ауырыусылар һаны, коронавирус һәм дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар өсөн койкалар һаны кәмей. Уларҙы беҙ 8300-ҙән 1725-кә ҡалдырҙыҡ. Республика халҡы беҙгә, медицина хеҙмәткәрҙәренә ышана башланы. 2155 меңдән ашыу граждан вакцинаның тәүге компонентын эшләтте. 1988581 кеше тулыһынса прививкаланған. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн бер нисә аҙым ғына ҡалды. Әле ваҡыт бар. Вакциналауҙы дауам итергә кәрәк.Вакциналау - яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙең, үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлауҙың иң ышаныслы ысулы. Ревакцинациялау ҙа кәрәк, шул иҫәптән кемдәр ковид менән ауырыған, уларға ла прививка эшләтеү зарур. Ревакцинациялау ҡабаттан ковид менән ауырыуҙан һаҡлай. Зинһар, вакцина эшләтегеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: