БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы уҙғарған бәйгенең маҡсаты – граждандарҙың комфортлы йәшәүе өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм улар тарафынан йорттарҙы, йорт яны биләмәләрен, подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса инициативалар күрһәтеү, торлаҡ фондын тәьмин итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан торлаҡ милекселәре инициативаларын үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү. Унда 46 район-ҡаланан 203 заявка ҡабул ителгән.
Еңеүселәр “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” , “Иң яҡшы йорт алды биләмәһе”, «Иң яҡшы подъезд» номинацияларында билдәләнде. Уларға беренсе урын өсөн– 1 млн – 500 һум, икенсе урынға – 700–300 мең һум, өсөнсө урын өсөн – 500–100 мең һум аҡсалата премия тапшырылды. Был аҡсаларҙы йорт милекселәре йортто һәм йорт алды биләмәһен төҙөкләнлереүгә йүнәлтә ала.