"Әҙибәне иҫкә алырға туғандары, ижадташ дуҫтары, хеҙмәттәштәре, уның әҙәбиәтен үҙ итеүселәр килгәйне.
Факиһа Туғыҙбаева ҙур тормош һәм ижад юлы үткән, Башҡортостан әҙәбиәтен һәм журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән. Был турала үҙ сығышында БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һыҙыҡ өҫтөнә алды: «Факиһа Һаҙый ҡыҙы - ғүмерен башҡорт шиғриәтенә арнаған, һәр үткән сарала, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, иле, халҡы өсөн тоғро ҡалған шәхес”.
Өфө ҡала округы Хакимиәтенең бүлек начальнигы Салауат Дәүләтшин таҡтаташтың киләсәк быуын өсөн әһәмиәтенә туҡталды: “Ысынында бөгөн Факиһа Һаҙый ҡыҙының туғандары, уның ижадын һөйөүселәр өсөн генә байрам түгел, ул бөтә киләсәк быуын өсөн оло ваҡиға. Таҡтаташ юҡҡа эленмәй. Уны күрәсәктәр, кем икәнен белергә теләйәсәктәр, ҡыҙыҡһынасаҡтар”.
БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев шағирәнең ижади юлын баһалап: “Факиһа Туғыҙбаева тәүгеләрҙән булып башҡорт шағирәләре араһында лиро-эпик, йәки поэма жанрын оло әҙәбиәт юлына сығарҙы. Халҡыбыҙ, милләтебеҙ тип янып-көйөп йәшәне”, - тип белдерҙе.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев ҡәләмдәше Факиһа Туғыҙбаева менән бергә эшләгән йыдарын хәтергә алды: “Яҙыусылар союзында ул балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе булды. Факиһа Вәхитова булған сағында, 1969 йылда, уның беренсе шиғырҙар йыйынтығын тикшереүҙә ҡатнашҡайным. Шунан алып уның бөтә ижад юлы минең күҙ алдымда үтте”, - тип бергә эшләгән, ижад иткән йылдарын хәтергә алып һөйләне ул һәм Факиһа Туғыҙбаеваға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Режиссер, яҙыусы Зөһрә Бураҡаева Мостай Кәрим фонды исеменән дә килгәйне, ул Әлфиә Мостай ҡыҙынан сәләм еткерҙе һәм, Факиһа Туғыҙбаева менән Мостай Кәримдең дуҫлығына тоғро ҡалып, М. Кәрим фондының әҙибә иҫтәлегенә күп эштәр башҡарырға уйлауын белдерҙе.
“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, билдәле шағирә Лариса Абдуллина журналдың Факиһа Туғыҙбаеваның эшләгән тәүге һандарын алып килгәйне: “Кескәй башҡорттарҙы “Аҡбуҙат”лы итеп киткәне өсөн рәхмәт әйткем килә. Киләсәктә лә балаларыбыҙ “Аҡбуҙат”лы була икән, халҡыбыҙҙың да киләсәге буласаҡ!”, - тип, балалар әҙәбиәтенә, балалар матбуғатына индергән өлөшө хаҡында әйтеп үтте.
Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһе башлығы, Ҡаңны ырыуы рәйесе Ғәли Шәғәлиев Факиһа Туғыҙбаеваның ырыуҙаш булыуы хаҡында ғорурланып һөйләне.
Әҙибәнең ҡыҙы Зөлфиә Кускилдина бөгөнгө көндөң уларҙың ғаиләһе, яҡындары өсөн ҙур тантана, оло ваҡиға икәнен телгә алды. Аҙаҡтан ул таҡтаташ асыуҙы хәстәрләгән Мәҙәниәт министрлығына, Яҙыусылар союзына, Совет районы администрацияһына, уны ихтирам итеп килгән ҡәләмдәштәренә, дуҫтарына ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Мемориаль таҡтаташты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һәм Факиһа Һаҙый ҡыҙының тормош иптәше Мансур Туғыҙбаев асты", - тип яҙған Гөлнара Мостафина.