Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2021, 15:48

Башҡортостанда һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығы буйынса республика турниры еңеүселәре билдәле булды

Финал уйындары буйынса турнир еңеүсеһе тип Өфө юридик институты студенты Александра Борщ танылды. Икенсе урынды Өфө дәүләт авиация техник университетынан Ангелина Светлякова яуланы. Өсөнсө урында Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы студенты Мария Дунюшкина.

Башҡортостанда һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығы буйынса республика турниры еңеүселәре билдәле булды
Башҡортостанда һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығы буйынса республика турниры еңеүселәре билдәле булды

Улар республикабыҙ данын «IQ-ПФО» тип аталған интеллектуаль олимпиадала яҡлаясаҡ. Олимпиада киләһе йылда Саранск ҡалаһында үтәсәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: