+8 °С
Ясна
Һәр ғаиләлә үҙенең тарихты өйрәнеүсеһе, историографы була ул. Шәжәрә – мөһим документ.
Баҡһаң, шәжәрә көнөн (ғаилә тамырҙары көнө тип тә атала) Америкала инде 40 йыл билдәләйҙәр. Шулай кәрәктер ҙә, ни тиһәң дә АҠШ төрлө ерҙән күсеп килеүселәр менән тулған, халыҡ үҙенең ҡайҙан, кем булыуын белергә тейеш инде.
Беҙҙә, башҡорттарҙа, ете быуыныңа тиклем ата-бабаңды белеү мотлаҡ һаналған. Хәҙер ҙә нәҫел ағастарын төҙөү менән шөғөлләнеүселәр күп. Шәжәрәһен өйрәнгән саҡта ысын милләтен асыҡлаусылар ҙа бар.
Фото: vk.com