Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2021, 14:37

432 кешелә теге сир асыҡланған

Пандемия башланғандан алып ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 119155 кешегә етте.   

432 кешелә теге сир асыҡланған
432 кешелә теге сир асыҡланған

 Тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһы менән  зарарланыусылар һаны 432  кешегә артҡан.  Тәүлек эсендә 451 кеше һауығып, дауаханан сыҡҡан. Бөтәһе 108230 кеше был сирҙән имен-аман ҡотолған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәһәрле сир тағы 19 кешенең ғүмерен өҙгән. Пандемия башланғандан алып 4237 кеше вирус ҡорбаны булған.

 Вакцинаның тәүге компонентын 2155731 кеше эшләткән, 1988581 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: