РФ Премьер-министры Михаил Мишустин былтыр уҡ үҙенең ҡарары менән билдәләп ҡуйҙы: 2021 йылдың 31 декабре - эш көнө түгел. Ғинуарҙың 2-һе һәм 3-ө шәмбе менән йәкшәмбегә тура килгәнлектән (Яңы йыл каникулдары), уларҙың береһен 5 ноябргә, икенсеһен 31 декабргә күсерҙеләр. Йылдың һуңғы көнөндәге ял шулай барлыҡҡа килде. Тимәк, киләһе аҙнала дүрт көн эшләйбеҙ. Йәғни, биш көнлөк эш аҙнаһы ҡыҫҡара. Тәүлекләп эшләүселәргә, ҡайһы бер ойошмаларға был ҡағылмай.
Әйткәндәй, 31-ен ял итеүҙе Владимир Путин да хупланы. "Беҙҙең Яңы йыл каникулы былай ҙа оҙон, бер көн өҫтәлде ни, ҡыҫҡарҙы ни, айырмаһы һиҙелмәҫ", - тине ул.
Фото: vk.com