Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2021, 21:30

Учалыла «SUNNYФЕСТ»!

Яңы йыл саралары гөрләй генә! Мәҫәлән, Учалы ҡалаһында бөгөн креатив саналар фестивале «SunnyФЕСТ» ойошторолдо. Унда район мәғариф ойошмаларының 16 командаһы ҡатнашты. Командалар ҡупшы саналарын күрһәтеп, экипаждары менән таныштырҙы.

Учалыла «SUNNYФЕСТ»!
Учалыла «SUNNYФЕСТ»!

Саналар төрлө номинацияларҙа билдәләнәсәк: «Иң сағыу презентация», «Креатив саналар», «Мөғжизә-саналар», «Бәпес-саналар», «Халыҡсан саналар». Еңеүселәрҙе жюри иртәгә атаясаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Учалыла «SUNNYФЕСТ»!
Учалыла «SUNNYФЕСТ»!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: