Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2021, 09:12

Туймазы юридик колледжы юғары баһаланды

Уҡыу йорто тәүге тапҡыр "Демография" милли проектының "Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" федераль йүнәлешен ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашты һәм махсус уҡыуҙар ойошторҙо.

Туймазы юридик колледжы юғары баһаланды
Туймазы юридик колледжы юғары баһаланды

Туймазылағы дәүләт юридик колледжы Көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, айырым категория граждандары өсөн курстар асҡайны. Әле 90 кеше имтихандарын уңышлы тапшырған.

Уҡыуҙар "WorldSkills" стандарттарына тура килтереп йыһазландырылған оҫтаханаларҙа үткән. Колледж киләһе йылғы курстарҙа ла халыҡты көтә.

Әйткәндәй, был һөнәри белем биреү учреждениеһы "WorldSkills" уҡыу үҙәктәре араһында иң яҡшы биш уҡыу йорто иҫәбенә ингән.

Фото: Туймазы районы хакимиәте сайтынан.



Туймазы юридик колледжы юғары баһаланды
Туймазы юридик колледжы юғары баһаланды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: