Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2021, 12:15

Радий Хәбиров "Алға" айырым иҡтисади зонаһының Күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе

Сара кисә, 21 декабрҙә Ишембай ҡалаһында уҙҙы.

Радий Хәбиров "Алға" айырым иҡтисади зонаһының Күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров "Алға" айырым иҡтисади зонаһының Күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе

"Алға" айырым иҡтисади зонаһының Күҙәтеү советының икенсе ултырышында БР Башлығы Радий Хәбиров "Алға" ОЭЗ-һының Рәсәй кимәлендә динамикалы үҫешкән майҙансыҡ тип танылыуы тураһында хәбәр итте (Рәсәй ОЭЗ-ларының инвестицион ылыҡтырғыс буйынса V Милли рейтингы һөҙөмтәләре).

– Здесь уже зарегистрировались 10 резидентов с планируемым объёмом инвестиций 23 млрд рублей и созданием около 1 700 рабочих мест. Сегодня мы дали старт двум первым производствам – компаниям «Аркада» и «ЗУР», – тине Радий Хәбиров. – Хочу искренне поблагодарить всех, кто участвовал в этой работе. Нашу особую экономическую зону высоко оценили на федеральном уровне. На прошлой неделе я встречался с министром промышленности и торговли России Денисом Валентиновичем Мантуровым. Он отметил наши достижения в лёгкой промышленности, которая в России находится в непростой ситуации. У нас в республике, как вы знаете, приняли программу поддержки легпрома.

БР Хөкүмәте алдында торған бурыстарҙың береһе тип Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәре эшен төрлөсә баһалаусы предприятиеларға өҫтәмә дәртләндереү сараларын ҡулланыу кәрәк тип белдерҙе.

– Сегодня на фабрике «Аркада» мы увидели такой подход к сотрудникам. Есть положительные примеры и на других предприятиях. Такие инициативы обязательно нужно поощрять со стороны республики, – тине ул.***

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов "Алға" ОЭЗ-һының артабанғы үҫеше пландары менән уртаҡлашты. Үҙ сиратында, Радий Хәбиров Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһына "Алға"ның буласаҡ резиденттары менән ныҡлыраҡ эшләргә бойорҙо.

Айырым иҡтисади зонала тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте үтәлеше тураһында ла һөйләшеү булды. 

Ултырышта ҡатнашыусылар ОЭЗ-ның резиденттары эшендәге актуаль һорауҙар буйынса проблемаларҙы хәл итте. 

ZASPORT кейем етештереү компанияһы генераль директоры Николай Ступаков 2022 йылдың 1 июлендә фабрика ҡороу тамамланасаҡ, унда 300 кеше эшләйәсәк тип белдерҙе. Радий Хәбиров, үҙ сиратында, төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына "Алға"ла асыласаҡ предприятиеларҙың кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә ҡатнашырға ҡушты. 

– Особые экономические зоны России, с которыми мы конкурируем, начали создавать с 2005 года, а нашей ОЭЗ «Алга» – всего полтора года. При этом мы видим хорошую динамику её развития. Хочу поблагодарить резидентов за то, что поверили в Башкортостан. Деятельность нашей управленческой команды будет нацелена на то, чтобы вы развивались в комфортных условиях. Вместе будем двигаться по пути созидания, – тине аҙаҡтан Радий Хәбиров.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в