Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2021, 05:40

Радик Юлъяҡшин ҡайҙа күсә?

Йырсының ҡатыны Өфөнән күсеп китергә йыйыныуҙары хаҡында хәбәр итте.

Радик Юлъяҡшин ҡайҙа күсә?Радик Юлъяҡшин ҡайҙа күсә?
Радик Юлъяҡшин ҡайҙа күсә?

Инзилә был хаҡта социаль селтәрҙәге дуҫтарына һөйләне. Әлегә йәш ғаилә ҡайҙа күсәсәктәрен теүәл генә әйтмәй. Һуңғы арала йырсының Өфө һәм Ҡазан ҡалалары араһын йыш тапауы билдәле.

Инзилә Юлъяҡшина Инстаграмда дуҫтары менән бәйләнешкә һирәк сығыуының сәбәбен әйберҙәр йыйып, ваҡыты ҡалмауы менән бәйләй.

- Белмәйем, был әйберҙәрҙе тағы ла нисә көн йыйырмын. Бүлмәм йәшниктәр менән тулды. Ғөмүмән, мине юғалтмағыҙ, күсенеү мәшәҡәттәренә сумдым,– ти ул.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас