Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2021, 11:32

Өс кеше араҡы менән ағыуланып һәләк булған...

Күрше республикала ҡурҡыныс фажиғә теркәлгән.

Ике ғаилә һәләк булған...
Ике ғаилә һәләк булған...

Ҡазанда Симонов урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә ике ирҙең (береһенә 36 йәш, икенсеһенең шәхесе асыҡланмаған) һәм 26 йәшлек ҡыҙҙың үле кәүҙәләре табылған. Был компаниянан тағы бер кешене, 32 йәшлек ҡатынды Ҡазандың 7-се дауаханаһына оҙатҡандар.   Фаразланыуынса, улар суррогат араҡы менән ағыуланған. Әлеге ваҡытта фажиғә урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй, сәбәптәре асыҡлана. Татарстандың Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.  

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: