Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров «Йыл һалым түләүсеһе» республика конкурсына йомғаҡ яһаны. Бәйге йылдан-йыл киңерәк үтә, эшмәкәрлек төрҙәре буйынса хәҙер еңеүселәр ун номинацияла ярыша.
— Ҡатмарлы осорҙа яуаплы эш башҡарыуҙары өсөн эшҡыуарҙарға, предприятие етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәргә рәхмәтемде белдерәм. Тап ошо эшҡыуарлыҡ субъекттары халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшырта, иҡтисадты үҫтерә, — тине Андрей Назаров.
Быйыл уҙған йылдарға ҡарағанда конкурста 1,5 тапҡырға ҡатнашыусылар күберәк булған. Иң яҡшы һалым түләүсе исеменә 84 кеше көрәшкән, шуларҙың 55-е еңеүсе тип табылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс йәмғиәттә һалым түләүгә иғтибарҙы арттырыу, һалым дисциплинаһын үтәгән уңышлы ойошмаларҙы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы асыҡлау һәм уларҙы дәртләндереү маҡсатында өсөн йыл рәттән уҙғарыла.
— Иң мөһиме: бәйгеселәр түләнгән һалымдың күләме буйынса ғына түгел, булдырылған эш урындары, тупланма бюджетҡа индергән өлөшө, эш хаҡы фондының үҫеше буйынса баһаланды. Бынан тыш, беҙ һалым дисциплинаһын үтәгән һәм асыҡ бизнес алып барған ойошмаларҙы бүләкләнек, — тине финанс министры Лира Иғтисамова.