Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2021, 21:02

Иғтибар - балалар!

Республикабыҙҙа иғлан ителгән "Иғтибар - балалар!" профилактик саралар сиктәрендә бөгөн Башҡортостандың мәғариф ойошмаларында Берҙәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре көнө үтте.

Иғтибар - балалар!
Иғтибар - балалар!

Уны БР Дәүләт автоинспекцияһы менән Мәғариф министрлығы ойошторған. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу дәрестәре онлайн үткәрелгән.

Ҡышҡы каникул алдынан был юҫыҡта эш тағы ла көсәйтеләсәк. Ата-әсәләр балаларҙы машинала йөрөтөү ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәһен, водителдәр һәр саҡ үтә иғтибарлы булһын ине.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: