

Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15 март 1939 йыл — 21 ноябрь 2016 йыл) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). 1995 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1999). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Бөрйән районының почётлы гражданы.
"Башҡорт Википедия"һынан.
НИЯЗ БИКЙӘН улы МӘҺӘҘИЕВ 1963 йылда Темәс ауылында тыуған. Өфө ҡалаһында художестволы интернат-мәктәптә уҡый. Өфө нефть техник институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Баймаҡ ҡалаһында архитектор – баш инженер булып башлай. Баймаҡ район гәзите эргәһендә радиотапшырыуҙар ойоштора. “Совет Башҡортостаны”, “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзиттәрендә төрлө вазифаларҙа, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, “Комсомольская правда” гәзитенең шәхси корреспонденты, “Аманат” журналының баш мөхәррире булып эшләй.
“Халыҡ һүҙе” тип аталған үҙаллы гәзиттең мөхәррире булып эшләгән осорҙа ул ябай халыҡтың үтенестәрен, ялыуҙарын тикшереп, ярҙам итергә тырыша.
Журналист. Шағир.