Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2021, 14:52

ӨДАТУ студенттары ниңә урамда тороп ҡалған?

Әлеге сәғәттәрҙә баш ҡала мәктәптәренән һәм бер вузынан кешеләрҙе эвакуациялайҙар.

ӨДАТУ студенттары ниңә урамда тороп ҡалған?
ӨДАТУ студенттары ниңә урамда тороп ҡалған?

Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетының бөтә корпусынан да студенттарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе урамға сығарғандар. Шуныһы мәғлүм — биналарҙа янғын сигнализацияһы эшләп киткән. Дәрестәр туҡтатылған, студенттар ятаҡтарға ҡайтарылған.

Ошо ваҡытта уҡ 91-се гимназияның уҡыусыларына ла помещениенан сығырға ҡушылған. Һуңыраҡ янғын сигнализацияһы 1-се лицейҙа һәм Өфө авиация техникумында яңғыраған.

Биналарға ҡаланың бөтә ашығыс хеҙмәте килгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, хоҡуҡ һаҡлау органдарына, Өфөнөң мәғариф ойошмаларына бомба һалынған, тигән мәғлүмәт килгән. Тиҙҙән барыһы ла асыҡланыу менән хәбәр итербеҙ.

 Өҫтәмә мәғлүмәт, бер нисә минут элек баш ҡаланың 3-сө гимназияһынан да уҡыусыларҙы өйгә ҡайтарыуҙары тураһында мәғлүмәт килде.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: