Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2021, 10:05

Дарыуҙар өсөн сарыф ителгән аҡсаны ҡайтарырға мөмкин!

Бер йылда гражданға кәм тигәндә 15 600 һумға ҡәҙәр ҡайтарылырға мөмкин.

Дарыуҙар өсөн сарыф ителгән аҡсаны ҡайтарырға мөмкин!
Дарыуҙар өсөн сарыф ителгән аҡсаны ҡайтарырға мөмкин!

Пандемия осоронда дарыуға сарыф ителгән аҡсаның иҫәбе-һаны юҡ. Бөгөн был һүҙҙәрҙе туғандарҙан, таныш-тоноштарҙан йыш итешергә тура килә. 

Белгестәр социаль әһәмиәтле сығымдар өсөн һалым ҡайтармаһы бирелеүе хаҡында иҫкәртә. Был осраҡта дарыуҙар өсөн компенсацияны күҙ уңында тотабыҙ. Аҡсаны алыу өсөн һалым органдарына кәрәкле документтарҙы тапшырырға кәрәк. Мәҫәлән, табип яҙған дарыуҙар рецебын алып барыу ҙа етәсәк (улар ошо формала булырға тейеш: № 148-1/у-88, № 107-1/1, № 148-1/у-04).

Бер йылда гражданға кәм тигәндә 15 600 һумға ҡәҙәр ҡайтарылырға мөмкин. Әгәр дауалау бик ҡиммәт булһа, аҡса ҡайтарыу суммаһы сикләнмәйәсәк, ләкин бының өсөн дауахананан белешмәләр алып барыу мотлаҡ. 

Бынан тыш, һалым ҡайтармаһын дарыуҙар өсөн генә түгел, анализдарға, медицина экспертизаһына һәм профилактик процедураларға, шул иҫәптән теш дауалауға киткән сығымдар өсөн алырға мөмкин. Матурлыҡ уколдары һәм башҡа косметик процедуралар был исемлеккә инмәй.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: