

Ул үт бүленеп сығыуға һәм холецистит менән гепатит ваҡытында ялҡынһыныуҙы кәметеүгә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, хуш еҫле бындай сәй эсеүгә лә бик тәмле.
Сәй өсөн ике ҡалаҡ тырнаҡ гөлө сәскәһе, 200 г ҡайнар һыу, бер ҡалаҡ кишер орлоғо һәм 400 г ҡайнар һөт алына. Календула сәскәһенә ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт төнәтергә. Кишер орлоғона ҡайнап торған һөт өҫтәп, бер сәғәткә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Ике төнәтмә лә әҙер булғас, һөҙөп алып, бергә ҡушып бутарға. Үлән сәйен иртәнсәк ашарҙан алда яртышар стакан эсергә, һуңынан өс көн тәнәфес эшләргә һәм дауаланыу курсын дауам итергә.
Фото:Т.Аманов.