Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2021, 07:24

Бөгөн – бард йыры көнө

Халыҡ-ара статусы бар, әммә рәсми байрам түгел. Икенсе төрлө был көндө автор йыры көнө тип йөрөтәләр. Ә ни өсөн тап 22 декабрь һайланған?

Бөгөн – бард йыры көнөБөгөн – бард йыры көнө
Бөгөн – бард йыры көнө

Был көн – иң ҡыҫҡаһы. Уның ҡарауы кис һәм төн оҙон. Хет төнө буйына ултыр ҙа йырла. Бардтар күбеһенсә гитараға ҡушылып йырлай.

Был жанр үткән быуатта ғына таралған тиҙәр. Башҡа жанрҙарҙан айырмаһы – музыка авторы ла, башҡарыусыһы ла бер үк кеше, гитара менән йырлай.

Әйткәндәй, бард йыры көнөн 2000 йылдан алып билдәләйҙәр. Уның инициаторы Читанан автор-йырсы, археолог Константин Шлямов икән.

Беҙҙә "Ҡош юлы" башҡорт бардсылары фестивале гөрләп үтә. 

Фото: Юлай Кәримов.

Бөгөн – бард йыры көнө
Бөгөн – бард йыры көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас