Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2021, 14:50

96 кеше ауыр хәлдә

Республикала коронавирус менән зарарланыусыларҙың дөйөм һаны   118 723 кешегә етте.

96 кеше ауыр хәлдә
96 кеше ауыр хәлдә

  Һуңғы тәүлектә генә тағы ла 456 яңы осраҡ теркәлгән.   Әлеге ваҡытта 254 пациент дауаханала дауаланыу курсы үтә. Шуларҙың 96-һы – ауыр хәлдә, алты кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 6472 кеше өйҙә генә дауаланыу курсы үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир арҡаһында тағы 25 кеше яҡты донъя менән хушлашырға мәжбүр булған.

  Тәүлек эсендә 46 кешелә дауаханан тыш пневмония диагнозы раҫланған,  91 пациент был ауырыуҙан имен-һау ҡотолған.

Башҡортостанда бөтәһе 1978261 кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның  ике компонентын да яһатҡан.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: